“Туған тел ғаиләнән башлана”. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ошондай проект тәҡдим итә. Ижади төркөм әсә телен өйрәнеүгә арналған ҡыҫҡа видеолар төшөрә. Яҙмалар социаль селтәргә урынлаштырыла.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева белдереүенсә, бындай яҙмалар халыҡтың иғтибарын йәлеп итергә тейеш.
“Туған тел ғаиләнән башлана” проекты Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлә.







