Урында йәшәүселәр урман ҡунағын видеоға ла төшөрөп өлгөргән. Яҙма менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡандар. “Бигерәк матур йәнлек”, Асмы икән әллә? Бәлки аҙыҡ эҙләп йөрөйҙөр ?”, “Бесәйҙәрҙе күрергә килгәндер?”, “Юлбарыҫ йылында буйлы-буйлы ҡунаҡ ”, тигән комментарий ҡалдырған Интернет ҡулланыусылар. Башҡортостан Ветеринария идаралығы бүлек етәксеһе Ленар Йыһаншин белдереүенсә, йәнлектәрҙең кеше йәшәгән урынға килеүе хәүефле булыуы ихтимал.




