Республикала 400 меңенсе янғын иҫкәртеү приборы тапшырылды. Мини сирена Шишмә районы Арыҫлан ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы уҡытыусылар ғаиләһенә бирелгән. Был турала беҙгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын алыу тәртибе менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була: https://gkchs.bashkortostan.ru
Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 272-00-24. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә. Электрон почта: centrppu@ppsrb.ru







