Башҡортостанда 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға «Спутник-М» прививкаһы эшләнә башланы

Иглин районында мәсьәлә онлайн форматта ҡаралды. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һорауҙары буйынса урынбаҫары Фәнил Рамаҙанов рәйеслегендә һәм Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаәһы мөдире Азамат Латипов ҡатнашлығында ойошторолған Зум-кәңәшмәлә райондың барлыҡ мәктәптәренең ата-әсәләр комитеты рәйестәре ҡатнашты.

Иң йыш бирелгән һорауҙар дистанцион уҡыу форматы һәм пандемия ваҡытында мәктәптәрҙең ябылыу мәсьәләләренә ҡағылды. «Спутник-М» вакцинаһына ҡағылышлы һорауҙар ата-әсәләрҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.

Бөгөн Иглин районына 30 доза «Спутник-М» вакцинаһы килде. Прививка 5 балаға яһалды ла инде. Уларҙың икәүһе – 14, тағы ла икәүһе – 15 һәм берәүһе 12 йәштә. Вакцинация китапхана бинаһында уҙғарыла. Кескәйҙәр уңайлығы өсөн мәктәптәрҙә күсмә вакцинация пункттары ла булдырыласаҡ. Вакцинаға ата-әсә рәсми ризалыҡ бирә. Вакцинациялау бригадаһында балалар табибы һәм шәфҡәт туташы бар.

Азамат Латипов, Иглин үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире

Бер аҙна элек республика 2800 доза «Спутник-М» вакцинаһын ҡабул иткәйне. Әлеге ваҡытта Өфөлә 423 үҫмергә коронавирустан прививка эшләнгән. Белгестәр балаларға вакцинала шикләнмәҫкә саҡырҙы. «Беҙ биологик әүҙем ҡатнашмалар һәм гомеопатияны ҡабул итергә әҙер, әммә прививкалар календарына ингән коронавирустан вакцинаны инҡар итәбеҙ, был сәйер», – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин.

Фото №1 - Башҡортостанда 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға «Спутник-М» прививкаһы эшләнә башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ