Өфөнөң «Ҡояшлы ялан – 3» баҡсасылар ширҡәтендәге өйҙәрҙең береһендә газ баллоны шартлаған

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан йорт, мунса һәм гаражға ут тоҡанған. Янғында 1980 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлгән, тағы ла 4 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.

75 процент тәне бешкән 34 йәшлек ҡатын ауыр хәлдә Өфөнөң 18-се дауаханаһына һалынған. Зыян күреүселәрҙең береһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыһы булыуы билдәле.

Урамдан үтеп барыусы ир ялҡынды күреү менән ярҙамға ашыҡҡан. Ул ҡар менән ике кешенең кейемендәге утты һүндергән һәм йорт эсенән һушын юғалтҡан ҡатынды сығарған. Ҡазаға тарыусылар дауаханаға оҙатылған.

Фото №1 - Өфөнөң «Ҡояшлы ялан – 3» баҡсасылар ширҡәтендәге өйҙәрҙең береһендә газ баллоны шартлаған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ