Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында улар «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыуға заявка әҙерләгән. Ике саҡрымдан ашыу юл участкаһына капиталь ремонт талап ителә. Яҙлы-көҙлө яуым-төшөмдәрҙән һуң еңел автомобилдә урам аша үтерлек түгел.
Урындағы халыҡ билдәләүенсә, район үҙәгенә яҡын биләмә иғтибарға мохтаж. Программа шарттарына ярашлы, төҙөкләндереү эштәрен финанслауға бағыусылар ҙа табылған.
Яңғыҙнарат ауылында йәшәүселәр ҙә халыҡ йыйындары ойоштороп, республика программаһы сиктәрендә зыярат ҡоймаһын яңыртыу башланғысын белдергән. Урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, ауыл биләмәһенән йәмәғәт инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән конкурсҡа йыл да заявка бирелә. Ике тапҡыр уңышҡа ирешелгән.
Гөлназ Хәйбуллина







