Ишембай районында хаҡлы йәштәге ханымдар үҙенсәлекле хобби үҙләштергән

Ирҙәр шөғөлө һаналған балыҡ тотоу менән улар бер нисә тиҫтә йыл шөғөлләнә. Район бәйгеһе чемпиондары булып танылған гүзәл заттарҙың оҫталығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә баһаланы.

Ҡармаҡ һәм палаткалар – рюкзакта, бырау – ҡулда. Тулы экипировкалы ханымдар иртәнге 8-се яртыла автобусҡа ашыға. Ишембай районынында йәшәүсе балыҡсылар күтәренке кәйефтә сираттағы балыҡ ҡармаҡлауға йыйына. 10 минут тирәһе юл үткәс, транспорт Ағиҙел йылғаһы ярына тигәндәй килеп туҡтай. Боҙға төшөр алдынан, пенсионерҙар хужаһыҙ ҡалған этте ашата. Был инде йолаға әйләнгән.

Ағиҙелгә төшкәс тә, балыҡсылар мәке быраулай. Һуңынан мәкене ҡарҙан һәм боҙ киҫәктәренән таҙартырға кәрәк. Бының өсөн балыҡсыларҙың береһе тишекле сүмес файҙалана. Был үҙенә күрә балыҡсылар өсөн хәйләле ысул.

Мәке уйылғас, балыҡтарға ем бирелә. Бында алабуға, сабаҡтарҙың төрҙәрен, хатта йәйенде лә ҡармаҡларға була, ти ханымдар. Елдән ышыҡлаған палаткала ҡармаҡ ебе лә буталмай, йылы ла, ти Гөлсирә Шафиҡова. Үҙенсәлекле шөғөлгә уны тормош иптәше ылыҡтырған. Бына ике тиҫтә йылға яҡын инде ул ҡармаҡ менән дуҫ

Өлкән йәштәге пенсионерҙар өләсәй ҙә, балыҡсы ла... Ханымдар тормоштарының һәр минутын әүҙем ойошторорға тырыша.

Был эштә бөгөн сиртһә, иртәгә юҡ, ти балыҡсылар. Гел генә суртан ҡармаҡлап булмаһа ла, пенсионер ханымдарҙың кәйефе төшмәй. Иң мөһиме: үҙенсәлекле хобби уларға күңел тыныслығы һәм ләззәт бирә.

Фото №1 - Ишембай районында хаҡлы йәштәге ханымдар үҙенсәлекле хобби үҙләштергән

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ