Һайлау мөмкинлеге юҡ. Башҡортостанда шәкәр диабетынан яфаланған балаларға ҡәҙимге сит ил препараты урынына Рәсәйҙә етештерелгән инсулин бүленә башлаған. Ата-әсәләр араһында биоаналогҡа күсеүгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Өфөлә, хатта, пикеттар ойошторолдо.
Ҡаршылыҡ акцияһына сығыусылар белдереүенсә, яңы препараттың клиник тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәһеҙ, инсулинды ҡапыл алмаштырыу балаларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһау ихтималлығы бар тигән ҡарашта. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Айһылыу Ҡунафина ун йәшлек ҡыҙының ғүмере өсөн борсолоп, төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына пикетҡа сыҡҡан. Ҡатын билдәләүенсә, уҙған йыл аҙағынан алып балаһының йәшәү өсөн мөһим препараттар менән бушлай тәьмин ителеүендә ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә.
Табиптар рецебы буйынса тәҡдим ителгән Новоропид, Фиасп инсулиндары урынына Рәсәйҙә етештерелгән биосимиляр бүленә башлаған. Йәш әсә был күренешкә ҡырҡа ҡаршы. Препаратты ҡапыл алмаштырғандан һуң ҡыҙының сәләмәтлегендә кире үҙгәрештәр башланыр тип хәүефләнә.
Андрей Егорскийҙың улы ла шәкәр диабетының беренсе тибынан яфалана. Ир билдәләүенсә, РИНФАСТ тип аталған яңы препараттың клиник тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәһеҙ. Шуға ул да быға тиклем бүленгән инсулинда ҡалыу яҡлы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, препараттар шул иҫәптән инсулин электрон аукцион һөҙөмтәһендә үҙәкләштереп һатып алына. Ведомство 44-се федераль законға ярашлы эш итә. Кемгә, ниндәй составта препарат талап ителеүе тураһында техник задание төҙөлөп, дәүләт һатып алыуҙары ойошторола.
Башҡортостанда меңдән ашыу бәлиғ булмаған баланың шәкәр диабетынан яфаланыуы билдәле. Уларҙың күбеһендә сирҙең беренсе тибы асыҡланған. Инсулин ваҡытында ҡаҙалмаған осраҡта, кескәй организмға оло хәүеф янай. Шуға күрә йәшәү өсөн мөһим дарыу препараттары менән тәьминәт күҙәтеүсе органдар тарафынан да етди контролдә тотола.
Ата-әсәләр тревога һуға. Бөгөн дарыуханала рецепт буйынса тәҡдим ителгән импорт препараттын бушлай түгел, хатта, аҡсаға ла һатып алып булмай. Кәштәләрҙән бөтөнләй юғалған. Өфө районынан Луиза Джагацпанян да йәш ярымлыҡ ҡыҙының сәләмәтлеге өсөн хәүефләнә. Сөнки инсулинһыҙ алманың бер өлөшөн генә тәмләп ҡарау ҙа реанимация менән тамамланыуы ихтимал.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы репортажда күрһәтелгән ғаиләләр менән бәйләнешкә инеп, һәр осраҡ буйынса тикшереү уҙғарырға вәғәҙәләне. Киҫкен мәсьәлә контролгә алынды.
Гөлназ Хәйбуллина




