Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Башҡортостан башлығы яҙыуынса, әлеге ваҡытта Өфө – Ырымбур трассаһында ишелеп төшкән участканы ремонтлау мәсьәләһе хәл ителә.
Шулай уҡ яҡын киләсәктә Стәрлетамаҡтың урау юлын киңәйтеү буйынса ла эштәр башланасаҡ. Ул киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.




