7 йылдан ашыу көткәндән һуң, 72 ғаилә Комсомол урамы, 106/3 адресы буйынса урынлашҡан 30 ҡатлы торлаҡтан фатир асҡыстары алды. Уларҙың шатлығын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина уртаҡлашты.
Өфө шоссеһы 4-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр хәҙер инде яңы фатир хужалары. Улар был шатлыҡлы минуттарҙы 7 йыл көткән. Ниһайәт, ҡәҙерле асҡыстар ҡулда. Күккә олғашҡан 30 ҡатлы торлаҡ бөгөндән йәшәргә әҙер. Пандустар, видеокүҙәтеү ҡоролмаһы, 4 лифт - барыһы ла заманса шарттарға яраҡлаштырып эшләнгән.
Фатирға ут үткән, крандан йылы һәм һыуыҡ һыу аға. Бында бөгөн үк күсенергә мөмкин, тип шатлана ирле-ҡатынлы Мәүлитовтар. Ғаилә яңы фатирға яңы йыһаздар алырға иҫәп тота. Майҙаны буйынса яңы өй элеккеһенән ҙурыраҡ, 75 квадрат метр киңлектә.
Яңы фатир шарттары иҫкеһе менән сағыштырғыһыҙ. Бөтә граждандар ҙа яңы йортҡа күскәс, элеккеһен йәйгә һүтеү күҙаллана. Уның урынына социаль объект йәки сквер төҙөлөүе ихтимал.
Авария хәлендәге йорттағы дүрт подъездың икәүһендә йәшәүселәрҙе башта ваҡытлыса йәшәү урынан күсереп, 2017 йылда Глумилино-7 биҫтәһенән яңы фатир тапшыралар. Ҡалған граждандар торлаҡты бөгөн генә туйланы.
Яңы йорт Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлгән, ошо маҡсатта төбәк һәм муниципаль бюджетарҙан 184 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. 30 ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн алып барыусы «СМУ-4» ойошмаһы эште килешелгән ваҡыт буйынса тамамлаған.
Рәзилә Ғиниәтуллина




