Башҡортостан студент отрядтары ойошторған акция сиктәрендә бөгөн баш ҡала поликлиникалары биләмәһе һәм ҡыйыҡтары ҡарҙан таҙартылды. Өмә тиҫтәнән ашыу һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы алдында үтте.
Сара медицина хеҙмәткәрҙәре һорауы буйынса ойошторолдо. Көндәрҙең йылы тороуына бәйле, күпселек йорт ҡыйыҡтарында боҙбармаҡтар хасил булған. Шунлыҡтан коммуналь хужалыҡтарға ярҙамға сығыу мөһим. Юғиһә, бәләнең башҡа төшөүе ихтимал, ти өмәселәр.
Азат Ғәлиуллин




