Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә ҡулланылған аллоплант биоматериалы баланың күҙҙәрен тергеҙеп кенә ҡалмай, телмәр һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеген дә бирә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡасандыр донъяны күреү түгел, төҫ-хәрефтәрҙе таныу ҙа 8 йәшлек Матвей өсөн тормошҡа ашмаҫ хыял була. Церебраль фалиждан яфаланған малайға операция эшләүҙе илдәге бер клиника ла үҙ өҫтөнә алмай. Бала һөйләшеү түгел, бөтөнләй урынынан да ҡуҙғала алмаған.
Өфөләге Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә Матвейға беренсе тапҡыр операция өс йәшендә яһала. Профессор Эрнст Мулдашевтың уйлап тапҡан «аллоплант» биоматериалы ярҙам иткән.
Өфөләге клиникаға донъяның ниндәй генә илдәре мөрәжәғәт итмәй. Ул үҙәктең ҡатмарлы, бер үк ваҡытта уңышлы уҙғарылған операциялар һөҙөмтәһе. Дауалау процедуралары ла комплекслы алып барыла. Һәр пациентҡа ла табиптар өмөт менән ҡарай.
Ә Матвей иһә киләсәктә йырсы булыу хыялы менән яна. Уның да тормошҡа ашырына өмөт итә. Күреү һәләтенән һуң, атлап китеү ышанысы ла ҙур.
Азат Ғәлиуллин




