Өфөлә Ленин йорт-музейында ағас һырлау сәнғәтенә арналған махсус күргәҙмә эшләй башланы

Экспозицияла республика район-ҡалаларында йәшәүсе скульптор, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының ижади эштәре урын алған. Улар араһында башҡорт халыҡ көнкүрешендә ҡулланылған экспонаттар ҙа байтаҡ.

Шулай ҙа был әйберҙәр бөгөн музейҙарҙа ғына тороп ҡалған, тигән фекер менән килешмәй ижадсылар. Һырлап эшләнгән ҡалаҡтар мәҫәлән, республиканың төрлө төбәктәрендә әле лә ҡулланыла. Күргәҙмә менән теләге булған һәр кем таныша ала.

Фото №1 - Өфөлә Ленин йорт-музейында ағас һырлау сәнғәтенә арналған махсус күргәҙмә эшләй башланы

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ