Ишембай районындағы «Привалов» хужалығы һөтсөлөктө үҫтереү йүнәлешендә матди-техник базаһын нығытҡан. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һауын комплексы сафҡа индерелгән. Быҙауҙар өсөн дә айырым урын булдырылған.
Әле унда бер айҙан 3 айға тиклем 48 быҙау ҡарала. Әйткәндәй, ферма биләмәһендә төҙөлөш эштәре дауам итә. Яңы тыуған малға өҫтәмә ике ҡура күтәрелә.
Хужалыҡ 2015 йылда асылып, һауын күрһәткестәре буйынса районда алдынғылар рәтенә сыҡҡан. Предприятие ҡарамағында 8 мең гектар ер бар. Мал аҙығы әҙерләүгә ҡеүәтле техника, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ. Урындағы етәкселек мал башын , һөт етештереү күләмен арттырырға ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина




