Ул сүп-сар сығарыуҙа компенсация рәүешендә түләү алған, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында түләүҙе туҡтатҡандар. Республика менән идара итеү үҙәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары белгестәре мәсьәләне хәл иткәндә элекке фатир хужаһының бурысы булыуы асыҡланған. Шәхси иҫәп үҙгәртеүгә ҡарамаҫтан, мәғлүмәттәр бөтә системаға ла бармаған. Проблема хәл ителгән, ветеранға компенсация буйынса түләүҙәр ҙә кире ҡайтарылған.







