Шорт-трек буйынса ҡатнаш эстафетаның ярым финалында беҙҙең команда 4-се урын алды, әммә судьялар Рәсәй спортсыларын артабанғы ярыштан ситләтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Семен Елистратов судъялар ҡарары менән килешеүе, ярыш барышында Рәсәй спортсылары ҡағиҙәне боҙоуы - Ҡытай вәкилдәренә ҡамасаулауы тураһында белдерҙе. "1 мең ярым метрға ярыш буласаҡ, еңеү өсөн көрәшәсәкмен, тине Семен Елистратов. Пекинда Олимпия уйындары дауам итә, Рәсәй командаһы әлегә 1 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы.





