Өйҙә - самауыр батшалығы. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Рәмзилә Раянованың йортонда 100-ҙән ашыу самауыр иҫәпләнә. Тимер, еҙ, быяла, фарфор, гәлсәрҙән эшләнгәндәре бар. Уларҙы күмер һәм электр ярҙамында ҡанатырға була. Самауыр коллекцияһын булдырыу – ҙур хыялым ине, ти Рәмзилә Раянова.
Коллекционерҙың Мәскәүҙән, 1980 йылғы Олимпиаданан алып ҡайтҡан самауыры ла бар.
Рәмзилә Раянова самауырҙарҙан тыш, милли кейемле ҡурсаҡтар йыя. Араларында башҡорт, татар, удмурт ҡыҙҙары бар. Йөҙ ҙә беренсе ҡурсағы – осетин.







