“Ашҡаҙар”ҙа яңғыраған тапшырыуҙар республиканың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы кимәлдә сағылдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Музыкаль биҙәлеште халыҡ йырҙары, классик, инструменталь көйҙәр, ваҡыт һынауы аша үткән эстрада йырҙары, зауыҡлы заманса музыка тәшкил итә, ти радионың тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова.
Башҡорттарҙың рухи ҡиммәттәрен, шиғриәтте, театраль асыштарҙы, халыҡ ижадын һаҡлауҙы үҙ маҡсаты тип билдәләгән радио 2010 йылдың 7 февралендә тәүге тапҡыр эфирға сыға.







