Республика менән идара итеү үҙәгендә халыҡ мөрәжәғәтенә яуап бирҙерләр. Коронавирус менән сирлеләр артыу сәбәпле ҡайһы бер кешеләр етди сикләү саралары күрергә тәҡдим иткән. Белгестәр аңлатыуынса, сауҙа үҙәктәре эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки йәмәғәт транспортында QR-код системаһын индереү буйынса ҡарарҙы баш санитар табип ҡабул итә. Бөгөнгә ундай бойороҡ юҡ. Халыҡҡа санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә, күмәк кеше йыйылған урындарҙа мөмкин тиклем булмаҫҡа, битлек кейергә, прививка эшләтергә кәңәш ителә.







