Рәсәй Хөкүмәте круиз туризмын үҫтереү концепцияһын раҫланы. Документҡа ярашлы, Мәскәү – Соловецк утрауҙары – Түбәнге Новгород – Өфө – Түбәнге Новгород маршруты тәҡдим ителә. Волга, Кама һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап теплоходтар йөрөй. Бының өсөн йылға үҙәненең һайыраҡ урындарын тәрәнәйтеү ҡарала. Волга йылғаһы бассейны һәм Каспий диңгеҙе буйлап сәйәхәт төбәктә круиз туризмын үҫтереү маҡсатынан әҙерләнгән.







