Ул ағас карап. Кәмәнең моделен “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров эшләгән. “Быға тиклем самолет һәм автомобилдәрҙең бәләкәй вариантын яһай инем. Хәҙер суднолар эшләй башланым. Был карап музейға тапшырылған икенсе ҡомартҡым”, - ти оҫта.
Ҡотопсылар музейында 100-ҙән ашыу артефакт менән танышырға була. Иң ҙур ҡомартҡы – 19-сы быуатҡа ҡараған адмиралтейство якоре. Ул Өфөнөң яңы арт-объекттарының береһе булараҡ танылыу яуланы. Рәсәй ҡотопто үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙең ил Арктика Советына рәйес булып һайланды. Ул 2023 йылға тиклем етәкселек итә.







