Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла. Рәми Ғарипов шиғырҙары төрлө телдәрҙә яңғыратыла. Яңы проект халыҡ шағирының 90 йыллығына бағышлана. Унда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша, ти “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе, алып барыусы Наил Юнысов.
12 февралдә, шағирҙың тыуған көнөндә “Юлдаш” радиоһы “Рәми тауышы” тип аталған сығарылыштар тәҡдим итә.







