Волонтерҙар алғы һыҙыҡта эшләй

Баймаҡ районының “Изгелек биләмәһе” ирекмәндәре коронавирус сирлеләргә ярҙам итә. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлеге етәксеһе, волонтерҙар штабы рәйесе Заһит Ғүмәров.

Волонтерҙар алғы һыҙыҡта эшләй

Коронавирус сирлеләргә ярҙам күрһәткән волонтерҙарға шәхси һаҡланыу саралары тапшырылған. Республика Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты хакимиәттәргә битлек һәм антисептиктар оҙатты.  “Йәшлек House” район ирекмәндәренең координация үҙәге булып тора. Әле штабтарҙа 1 мең 400 самаһы волонтер ярҙам күрһәтә. “Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим. Беҙгә профиль ведомстволар һәм ойошмалар, бизнес вәкилдәре ярҙам итә”, тип белдерҙе йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Волонтерҙар ике йүнәлеш буйынса эшләй – һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ярҙам күрһәтә, өлкән йәштәгеләрҙең өйҙәренә дарыу һәм аҙыҡ-түлек ташый.

Фото №1 - Волонтерҙар алғы һыҙыҡта эшләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ