Уҙған тәүлектә был исемлекте тағы ла 2 103 кеше тулыландырған. Бөгөн стационарҙарҙа 285 кеше дауалана, уларҙың 169-ы 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 28 пациенттың дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 231 кеше һауығып сыҡҡан, 6 кеше вафат булған.
Республикала халыҡты ковид-19 вирусына ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә. Төбәктә барлығы 2 484 667 кешегә прививка яһау планлаштырылһа, бөгөнгә вакцинацияны 2 229 856 кеше тулыһынса тамамлаған. Йәғни, мәкерле сиргә ҡаршы иң ышаныслы профилактик сара күреүселәр 90 процентҡа етә яҙа. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатырға теләп 2 309 кеше мөрәжәғәт иткән.
Гөлдәриә Йосопова




