«Йәшлек house» ойошмаһы республика ирекмәндәр штабтарына сираттағы ылау оҙатты

Акция Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған. Битлек, антисептик кеүек әйберҙәр менән баш ҡала предприятиелары ярҙам иткән.

Ирекмәндәр штабы республика төбәктәрендә коронавирус пандемияһы башланғандан алып эшләй. Өфөлә генә уларҙың иҫәбе тиҫтәнән ашыу. Ғинуар аҙағынан көн дә 250-ләп ирекмән медицина учреждениеларына ярҙамға сыға. Шулай уҡ оло йәштәге граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары килтереү ҙә ойошторолған.

Фото №1 - «Йәшлек house» ойошмаһы республика ирекмәндәр штабтарына сираттағы ылау оҙатты

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ