Өфөлә пенсионерҙарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә бушлай аҙыҡ-түлек таратыла

«Изгелек арбаһы» акцияһы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Борис Сазонов башланғысында Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында ойошторолған. Аҙнаһына өс тапҡыр үткән сарала хаҡлы йәштәгеләргә һәм инвалидтарға геркулес, макарон изделиелары, шәкәр һәм печенье бирелә.

Хәйриәлек менән йүнсел пандемия башланғандан бирле шөғөлләнеп, коронавирустан һаҡланыу саралары ла таратҡан. Аҙыҡ-түлек тупланмаһын алыр өсөн, ойоштороусыларға алдан шылтыратырға кәрәк. Акция май аҙағына тиклем дауам итә.

8 (347) 298-33-68

Ғәҙәттә, акция дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә үтә. Айына утыҙҙан йөҙгә тиклем аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырабыҙ. Уны бушлай алыр өсөн, пенсия кенәгәһен йәки инвалидлыҡ тураһында белешмә күрһәтергә кәрәк. Өфөлә нөктәләр алты урында урынлашҡан.

Борис Сазонов, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Фото №1 - Өфөлә пенсионерҙарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә бушлай аҙыҡ-түлек таратыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ