Медицина университетында талантлы сит ил студенттарына республикала ҡалыу мөмкинлеге бирелә

Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы талантлы сит ил студенттарына республикала ҡалыу мөмкинлеге бирелә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Тажикистандан белем алыусы йәштәргә таныҡлыҡ тапшырҙы.

Ватандаштарҙы ирекле рәүештә ҡайтарыу программаһы сиктәрендә булдырылған документ киләсәктә Рәсәй гражданлығын алыу мөмкинлеген бирә. Ул мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәғлүмәт технологиялары, шулай уҡ ауыл хужалығы һәм спорт тармаҡтарына йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Былтыр мин Өфөнөң 17-се дауаханаһында шәфҡәт туташы булып йыл самаһы эшләп өлгөрҙөм. Әле ординатурала белем алам. Стәрлетамаҡта үҙебеҙҙе табип булараҡ һынап ҡараныҡ. Киләсәктә Рәсәй гражданлығын алып, һаулыҡ һаҡлау тармағына хеҙмәт итергә теләйем.

Рахимджон Йосопов, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты
Фото №1 - Медицина университетында талантлы сит ил студенттарына республикала ҡалыу мөмкинлеге бирелә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ