Өфөлә аяҡһыҙ беренсе төркөм инвалиды ике тиҫтә йылдан ашыу законлы фатирына эйә була алмай

65 йәшлек Анна Луняшинаның аяныслы яҙмышы тураһында беҙҙең телеканал күрһәткәйне инде. Әлеге ваҡытта ул тормош иптәше менән коммуналь фатирҙа йәшәй. Торлаҡта хатта йыуыныу бүлмәһе лә юҡ. Иҫке йортта йәшәүсе ханымды тормош иптәше уны 3-сө ҡатҡа тиклем күтәреп мендерергә мәжбүр.

Мин фатирға сиратта 2001 йылдан бирле торам. Алты йылдан ашыу торлаҡ һатып алыу өсөн миллион һумлыҡ сертификат алырға тәҡдим итәләр. Әммә был суммаға фатир алыу мөмкин түгел.

Анна Луняшина

Беҙгә айырым фатир талап ителә. Коммуналь торлаҡта йәшәү мөмкин түгел. һәр саҡ иреш-талаш сыға. Иң мөһиме: йортта лифт булһын ине. Тормош иптәшемде күтәреп индереп-сығарырға хәлемдән килмәй. Аяҡтарым һыҙлай.

Александр Луняшин

Бөгөн Анна Луняшинаның законға ярашлы фатир алыу мәсьәләһе сираттағы суд ултырышында ҡаралды. Әммә эшкә нөктә ҡуйылманы. Уның торлаҡҡа сиратта нисәнсе тороуын билдәләү өсөн, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәтнамә ебәрелде. Киләһе ултырыш 21 февралгә билдәләнде.

Фото №1 - Өфөлә аяҡһыҙ беренсе төркөм инвалиды ике тиҫтә йылдан ашыу законлы фатирына эйә була алмай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ