Объектҡа 2020 йылда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә нигеҙ һалынғайны. Әммә подрядсы компания тарафынан йөкләмәләр ваҡытында үтәлмәгәнгә биләмәләге эштәр туҡтатылғайны. Былтыр көҙ төҙөлөштө тергеҙеүгә икенсе ойошма йәлеп ителеп, ниһайәт, проект тулы ҡеүәттә тормошҡа ашырыла башланы. Әлегә буласаҡ белем усағының стеналары күтәрелә, инженер селтәрҙәр һуҙыла. Ҡеүәтле техника, материалдар һәм эшсе ҡулдарға ихтыяж юҡ.
Хәйбуллала дүрт меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы иҫәпләнә, уларҙың өстән бер өлөшө Аҡъярҙан. Әлегә район үҙәгендә ике белем усағы ғына эшләй, уҡыу процессына көсөргәнеш ҙур.
Сафҡа индереләсәк яңы мәктәп мәғариф учреждениеларын бушатырға ярҙам итәсәк. Бында башҡа ауылдарҙан да балалар ҡабул ителәсәк. Объектҡа йылы үткәүел менән тоташтырып 140 урынлыҡ интернат төҙөлә.
Гөлназ Хәйбуллина




