Әй урамындағы спорт үҙәгендә балалар аҙнаһына өс тапҡыр бушлай шөғөлләнә аласаҡ. Яңы мәктәп асылыу уңайынан Джеф Монсон оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, бәйгеләрҙә еңеү серҙәре менән уртаҡлашты. Донъя чемпионы тырышлығы менән республика буйынса 21 спорт мәктәбенең филиалы асылды. Өфөлә спорт үҙәгенең береһе Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан.
Флорида Ким







