Өфөлә 50 йәштән өлкәндәр араһында хоккей турниры үтте

Боҙҙа Афған һуғышында ҡатнашыусылар һәм спорт ветерандары көс һынашты.

«Шурави» командаһы составындағы барлыҡ хоккейсылар ҙа йәшләй генә яу яланын үтеүселәр. Яугир-интернационалистар бөгөн инде сал сәсле һуғыш ветерандары. Әммә көслө рухлы ир-аттар әле булһа ла сафта. Уларға ҡаршы «Локомотив» клубы уйнарға сыҡты.

Был турнир йыл һайын февралдә Өфөнөң Дим районында ойошторола. Быйыл ул Совет ғәскәрҙәренең Афғанстан биләмәһенән сығарылыуының 33 йыллығына арналды. Боҙҙағы ҡыҙыу алыш тимер юлсылар файҙаһына 10:4 иҫәбе менән тамамланды. Ә бына буллиттар серияһында Шурави командаһы өҫтөнөрәк булды. Шулай итеп осрашыуҙа дуҫлыҡ еңде.

Фото №1 - Өфөлә 50 йәштән өлкәндәр араһында хоккей турниры үтте
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ