Былтыр ул 12 процентҡа күберәк кешене хеҙмәтләндергән. Башҡортостан башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, бөгөн баш ҡала аэропортынан 58 йүнәлеш буйынса осорға мөмкин, шуларҙың дүрт тиҫтәһе Рәсәй ҡалалары. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Симферополь, Һамар һәм Новосибирск популяр йүнәлештәр булып ҡала.
Халыҡ-ара рейстарҙа Анталья, Ереван, Баҡы, Дубай һәм Истанбулға пассажирҙар ағымы артҡан. Санитар-эпидемиологик хәл яҡшырғас та Вена, Тель-Авив һәм Нур-Солтан менән авиабәйләнештәр яйға һалынасаҡ.
Аэродром комплексын реконструкциялауҙы тамамлау, вокзал яны майҙанын төҙөкләндереү, ҡунаҡхана төҙөү һәм ике терминалды берҙәм архитектура концепцияһына берләштереү маҡсаты тора, тип билдәләгән киләсәккә пландар менән уртаҡлашып Башҡортостан башлығы.







