"Алтын шайба” – Саҡмағош хоккейсыларында

"Алтын шайба” – Саҡмағош хоккейсыларында

Саҡмағош районының үҫмерҙәр командаһы бөтә Рәсәй хоккей турнирында еңеү яуланы. “Беҙҙә хоккей спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был еңеү иһә йәштәрҙе тағы ла ҙурыраҡ бейеклектәргә әйҙәр”, - ти район хакимиәтенең Йәштәр эштәре, физкультура һәм спорт комитеты етәксеһе Илдар  Ғәлләмов.

"Алтын шайба” – Саҡмағош хоккейсыларында

“Алтын шайба” турнирында Татарстандың Баулы  ҡалаһы икенсе урын яулаған. Өсөнсөлә - ошо уҡ республиканың Аҡтаныш  хоккейсылары. Бәйгелә илдең төрлө төбәктәренән 20-гә яҡын команда ҡатнашҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ