Туймазы районында бөгөн “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының зона еңеүселәре билдәләнде. Сара онлайн форматта үтте. Бәйгенең маҡсаты – республикала һәм сит төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе билдәләү. “Ижади ғаилә” номинацияһында Ибраһимовтар ғаиләһе еңде.
Шулай уҡ ике номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Мәликовтар “Ғаилә кәсептәре” , Вәлитовтар “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһына эйә булды.







