Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты  тыуған көнө менән ҡотланы

Башҡортостандың беренсе Президентына бөгөн 88 йәш тулды. «Мортаза Ғөбәйҙула улы республиканы ҡатмарлы һәм яуаплы осорҙа етәкләй. Шундай кешенең төбәк менән етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме: ныҡлы һаулыҡ», – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны әлегә үҙенең иң юғары нөктәһенә барып етмәгән. Һуңғы тәүлектә ауырыусылар һаны буйынса йәнә антирекорд теркәлде. Хәүефле сир өлкәндәр менән бер рәттән балаларҙы ла аямай. Бөгөнгә республикала 10 мең ярым самаһы уҡыусы, йәғни мәктәп йәшендәге балаларҙың 2,6 проценты коронавирус менән ауырый.

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Уның билдәләүенсә, коронавирус таралыу һөҙөмтәһендә республикала 40 мәктәп дистанцион уҡытыу форматына күскән, тағы ла 219 белем усағы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән карантинға ябылған. Шулай ҙа иртәгәнән мәктәптәр әкренләп ғәҙәти эш режимына ҡайта башлай.

«Был аҙнала карантиндағы мәктәптәр һәм кластар һанын кәметеү буйынса ыңғай динамика күҙәтелер тип ышанам», – тине Айбулат Хажин.

Операвтив кәңәшмәлә поъездарҙы комплекслы ремонтлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Быйыл ошо маҡсатҡа 555 миллион һум күләмендә финанс сығымдар бүленгән. Әлеге суммаға күп фатирлы 320 йорттоң 958 подъезын төҙөкләндереү ҡарала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бар эштәр ҙә контроль идаралығының даими иғтибарына алына. Подрядсы ойошмалар фатир хужалары менән килешеп эшләүҙән тыш, ремонтты билдәләнгән ваҡытҡа һәм сифатлы итеп башҡарырға бурыслы.

Радий Хәбиров шулай уҡ Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы. Башҡортостандың беренсе Президентына бөгөн 88 йәш тулды. «Мортаза Ғөбәйҙула улы республиканы ҡатмарлы һәм яуаплы осорҙа етәкләй. Шундай кешенең төбәк менән етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме: ныҡлы һаулыҡ», – тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты  тыуған көнө менән ҡотланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ