Башҡортостандың беренсе Президентына бөгөн 88 йәш тулды

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы.

Мортаза Ғөбәйҙула улы Башҡортостандың Юғары Советына етәкселек иткән осорҙа республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, Башҡортостан исеменән Федератив килешеүгә һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыла. Башҡортостан парламенты республиканың Рәсәй Федерацияһы субъекты тигән статусын билдәләне.

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостандың яңы Конституцияһы ҡабул ителә. Мортаза Рәхимов республиканы ҡатмарлы һәм яуаплы осорҙа етәкләй. Шундай кешенең төбәк менән етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, - тине Радий Хәбиров.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа республика үҫеш импульсы ала. Төҙөлөш индустрияһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, юлдар һалына, ауылдарға газ үткәрелә, шифахана-курорт комплексы яңынан төҙөлә, бик күп спорт, мәҙәни ҡоролмалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, күперҙәр, юл үткәргестәр сафҡа инә.

Шулай уҡ ауыл хужалыҡтарын һаҡлап ҡалыуҙа ла Мортаза Ғөбәйҙулла улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләй Башҡортостандың элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та.

Фото №1 - Башҡортостандың беренсе Президентына бөгөн 88 йәш тулды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ