Хәйбулла районында ла коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле үҙәк поликлиниканың эш ваҡыты үҙгәрҙе. Пациенттарҙы көндөҙгө стационарға ҡабул итеү, диспансер һәм профилактик медицина тикшереү үткәреү саралары ваҡытлыса туҡтатылды. Районда COVID йоҡтороусылар арта.
Бөгөн яңы инфекция менән 50-нән ашыу кеше ауырый, уларҙың 30-ы - балалар. Төбәктә COVID йоҡтороусылар артыу сәбәпле, балалар баҡсаларында төркөмдәр ябылып, райондың ҡайһы бер мәктәптәре дистанцион уҡыуға күскән.
Хәйбулла районында коронавирус инфекцияһына ҡаршы 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 71 уҡыусы “Спутник М” вакцинаһы ҡаҙатҡан. Ике компоненттан торған прививка балаларға ата-әсәнең йәки уларҙың законлы вәкилдәренең рөхсәте, ә 15 йәш тулған осраҡта үҙенең ризалығы буйынса яһала.




