Баймаҡ районына хәйриә ярҙамы килде. Ул аҙ килемле, күп балалы ғаиләләргә, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусыларға, инвалидтарға, шулай уҡ малдары төйөрлө дерматиттан зыян күреүселәргә таратыласаҡ.
Макарон ризыҡтары, он, ярмалар, консервалар. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисергән ғаиләләргә тәғәйенләнгән. “Изгелек биләмәһе” үҙәге, ҡала ойошма-предприятиелары ирекмәндәре продукцияларҙы тупларға ярҙам итте.
«Русь» аҙыҡ-түлек фонды 2012 йылдан алып мохтаждарға мәрхәмәтлек күрһәтә. Баймаҡ районына килгән ярҙам, тәү сиратта, инфекция сире сәбәпле малһыҙ тороп ҡалған Моҡас һәм Йылайыр ауыл биләмәләренә оҙатылды.
Аҙыҡ-түлек күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шулай уҡ, мөмкинлеге сикләнгән һәм етем, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балалар тәрбиәләүселәргә тапшырылды. Пандемия осоронда бындай ярҙам бик урынлы, айырыуса ауыл халҡы өсөн .
«Русь» аҙыҡ-түлек фонды даими рәүештә илдең һәр төбәгенә ярҙам йүнәлтә. Тауарҙар мәрхәмәтлек йөҙөнән Рәсәй етештереүселәре тарафынан йыйыла.
Әлфиә Хәмитова







