Башҡортостан башлығының рәсми ҡотлауында билдәләнеүенсә, республиканың фәнни мәктәбе, академия һәм университет традициялары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Фәнни эҙләнеүҙәр алып барған коллективтарҙың асыштары социаль өлкә, медицина, мәғариф үҫешенә, инновациялы етештереүҙе яйға һалыуға булышлыҡ итә. Фән һәм технологиялар йылы республиканың фәнни ҡеүәтен арттырыуға, һәләтле йәштәрҙе дәртләндереүгә этәргес бирҙе.
Халыҡ-ара кимәлдәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге лә һиҙелерлек уңыштарға иреште, ғилми нигеҙҙә етештереүгә ҡоролған ойошмалар менән төҙөлгән килешеүҙәр Башҡортостандың конкурентлыҡ һәләтен нығытыу менән бер рәттән дөйөм иҡтисад үҫешенә лә тос өлөш индерҙе тип билдәләнә, республика ғалимдарын Рәсәй фәне көнө менән тәбрикләүҙә.
Рафиҡ Әхмәтшин




