Башҡортостанда «Иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы» конкурсы уҙғарыла

Был туралағы ҡарар Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған Президиум ултырышында ҡабул ителде. Әле республика төбәктәрендәге 607 ирекле янғын һүндереү дружинаһында 2 меңдән ашыу кеше эшләй.

Улар ҡарамағында республиканың 550 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән 2 895 биләмәһе. 2021 йылда ғына ирекле янғын һүндереүселәр ярҙамында республикала сыҡҡан һәр 4-се янғын һүндерелгән. Андрей Назаров әйтеүенсә, конкурс ирекле янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын арттырыу, йәмғиәттә уларҙың абруйын күтәреү һәм янғынға ҡаршы көрәштә берҙәм көс итеп туплау өсөн ойошторола.

Конкурсты йыл һайын ике этапта – 1 майҙан 1 июлгә һәм 18 июлдән 1 сентябргә тиклем муниципаль һәм республика этаптарында уҙғарыу ҡарала. 

Фото №1 - Башҡортостанда «Иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы» конкурсы уҙғарыла

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ