Йоғошло сир ғинуар аҙағында Ҡырмыҫҡалы ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә табылды. Ветеринарҙар тарафынан кисекмәҫтән төбәктә вирус таралыуына ҡаршы саралар күрелде.
Был африка сусҡа тағунының республикала теркәлгән беренсе осрағы булды. Бер үк ваҡытта Баймаҡ районы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы дауам итә. Әлеге сикләүҙәр малдарҙың төйөрлө дерматит менән күпләп ауырыуы һөҙөмтәһендә ҡабул ителде.
Илдар Байбулатов




