Өфөлә мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алынды

Республикала йәшәүсе 35 йәшлек енәйәтсенең быға тиклем да хөкөм ителгәне билдәле. Ир Интернет киңлектәрендә ювелир биҙәүестәр, ҡиммәтле телефон һәм видеокарталар һатыу тураһында иғландар табып, күрешкәндә һатыусыларға ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшергә тәҡдим иткән. Аҡсаны ул онлайн ҡушымта аша күсереп, электрон чек күрһәткән.

Тауарҙы алып киткәс, ул түләүҙе ғәмәлдән сығарған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре мутлашыу һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙе эҙләү менән шөғөлләнә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Өфөлә мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алынды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ