Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр йылы һыу булмауға зарлана

Ауыл урамында урынлашҡан күп ҡатлы торлаҡ фатирҙарына 25 ғинуарҙан алып эҫе һыу биреү туҡтатылған. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, идарасы компания вәкилдәре һыу ҡоролмаларын яңыртыу өсөн өҫтәмә аҡса йыйыуҙы талап итә. Бәхәсле осраҡ буйынса тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

20 йылдан ашыу Шаҡша биҫтәһендә йәшәгән Венера Әхмәтова һыу менән бәйле ҡатмарлыҡтар һуңғы арала ғына барлыҡҡа килде тип дәғүә белдерә. Хаҡлы ялдағы ханым ике аҙна буйы һыуҙы йылытып тотонорға мәжбүр. Ошо уҡ мәсьәлә 9 ҡатлы йортта йәшәүсе башҡа хужаларҙы ла борсой.

Идарасы компания вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп тә  аңлау тапмаған граждандар ярҙам һорап БЮТ каналының ижади төркөмө менән бәйләнешкә сыҡты. Зыян күреүселәр билдәләүенсә, яуаплы компаниялар даими алмашынып йылы һыу системаһын сафтан сығарҙы.

ИТП йәки шәхси йылытыу пункты ҡоролмаларын йорт хужалары мөлкәтенә күсерергә вәғәҙә иттеләр, әммә пункт барыбер идарасы ойошма яуаплығында ҡалды. Уны яңыртыу һорауҙарын фатир хужалары хәл итә алмай.

Анна Гаврикова, Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе

Йылытыу ҡоролмаларын торлаҡ мөлкәте иҫәбенә индереү өсөн граждандарҙың берҙәм ғаризаһы талап ителә. Торлаҡ хужалыҡ идаралығына документ тапшырылғас та йылы һыу мәсьәләһе бер нисә көн эсендә хәл ителәсәк.

Шәхси йылытыу ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү өсөн йорт хужаларына ай һайын өҫтәмә сумма түләргә тура киләсәк, әммә был һандар уртаса 100 һум тип иҫәпләнә. Яңы системаға күскән осраҡта ғына йортто йылы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе  көйләнәсәк тип билдәләнде.

Фото №1 - Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр йылы һыу булмауға зарлана

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ