Шишмәлә бер нисә ауыл хакимиәте урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушыла

Шишмә районының бер нисә ауыл советы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Әйтәйек, Алкин ауыл биләмәһенең Сәлих ауылы халҡы урындағы шишмәне төҙөкләндермәксе. Бының өсөн миллион һумға яҡын аҡса талап ителә.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн, граждандар меңешәр һум аҡса тапшырһа, ауыл биләмәһе бюджетынан йөҙ мең һум бүлеү ҡаралған. Ҡалған сығымдар урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә дәүләт тарафынан ҡаплана.

Программа шарттарына ярашлы, төҙөкләндереү эштәрен финанслауға бағыусылар ҙа табылған.

Программала ҡатнашыуға бер нисә башланғыс тәҡдим ителде. Йыйылыштарҙа юлды ремонтлау, күперҙе һәм шишмәне төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды. Әммә беҙ һуңғы вариантта туҡталдыҡ, Сатра шишмәһен тәртипкә килтерергә теләйбеҙ

Дилара Бикташева, Алкин ауыл биләмәһе башлығы

Дмитриевка ауылы советы биләмәһендәге Бишкәзә ауылында йәшәүселәр урындағы берҙән-бер күперҙе төҙөкләндерергә ҡарар иткән. Бының өсөн миллион 300 мең һум аҡса кәрәк.

Күперҙе төҙөкләндереү халыҡ өсөн бик мөһим. Ауылдың дүрттән бер өлөшө йылға аръяғында йәшәй, айырыуса балаларға юл йөрөүе ҡатмарлы. Етмәһә, йыл һайын яҙғы ташҡын ваҡытында күпер йыуыла.

Фидаил Әсәҙуллин, Дмитриевка ауыл биләмәһе башлығы

Лесной ҡасаба советында мәктәпте төҙөкләндереү талап ителә. Белем усағында 600-гә яҡын уҡыусы иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе күрше ауылдарҙан килеп уҡый. Халыҡ фекере буйынса, бында юлды киңәйтергә, тротуар төҙөргә һәм автоматик ҡапҡалар ҡуйырға кәрәк.

Фото №1 - Шишмәлә бер нисә ауыл хакимиәте урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушыла
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ