Өфөлә Италия киноһы фестивале дауам итә

Мәҙәни сара сиктәрендә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары фильмдарҙың премьераларын тәүгеләрҙән ҡарай ала. Улар араһында донъя фестивалдәрендә еңеү яулаған картиналар ҙа, әле киң прокатҡа сыҡмағандары ла бар.

Алдағы көндәрҙә ҙур экранға «ЭсПозито ғаиләһенә рәхим итегеҙ» комедияһы менән «Венециан серҙәре» тип исемләгән триллер сыға. Фильмдар  итальян телендә рус субтитрҙары оҙатыуында бара. Фестиваль иртәгә тамамлана.

Тамашасыларға төрлө жанрҙағы фильмдар тәҡдим ителә. Итальян телендә кино ҡарау тотош ғаиләбеҙ өсөн шатлыҡлы булды. Үҙебеҙҙе тыуған яғыбыҙға ҡайтҡандай хис иттек. Барығыҙҙы ла экрандар аша Европаға сәфәргә саҡырам! 

Элио Каппиело, Өфөләге Италия ассоциацияһы президенты
Фото №1 - Өфөлә Италия киноһы фестивале дауам итә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ