Ул Баймаҡ ҡалаһында 19-сы быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булған Кабанов йортонда асыла. Музей “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей – ҡурсаулығының бер өлөшө була, ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.







