Табиплыҡта тештәрҙе дауалау алымы беҙҙең эраға тиклемге 7 мең йыл элек ҡулланылыуы мәғлүм. Археологтар тикшереүҙәре барышында яңаҡ һөйәктәре соҡолған йәки ямалған ҡалдыҡтар табыла. Илнур Яҡшығолов Мәскәүҙә 3-сө медицина стомотология университетын тамамлаған. Әле Өфөлә стоматология клиникаларының береһендә эшләй. Тештәрҙең таҙалығы - сәләмәтлектең нигеҙе, тигән фекерҙә.
Архив мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә теш табиптарын әҙерләүсе тәүге мәктәп 1881 йылда Санкт-Петербургта асыла. Ике йылдан 450-нән ашыу стоматолог илдең төрлө ҡалаларында эш башлай.




