Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта дәүләт мәғлүмәт системаһының яңы мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Был федераль ресурста бөтә ил буйынса мәғлүмәттәр туплана. Система менән дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән һәр кеше файҙалана ала. Унда бөтә коммуналь түләүҙәрҙе ҡарарға, квитанцияларҙы түләргә, капиталь ремонт уҙғарыу ваҡыты хаҡында белергә мөмкин, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.







