Улар араһында инфекцияны ауыр үткәргәндәр ҙә бар. Бәлиғ булмағандар араһында сирләүселәр артыуға бәйле, стационарҙарҙа урындар күбәйтелгән. Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә балалар өсөн айырым бүлек булдырылған. Ҡурайҙы хәтерләткән медицина ойошмаһының бер тажы хәҙер тулыһынса кескәй пациенттар өсөн тәғәйенләнә. 20 палатала 80 урын ҡаралған. Бында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан сирлеләр килтерелә. Кескәй пациенттар ата-әсәләре менән бергә урынлаштырыла. Яңауылдан Рәмзил Шәрипов 5 йәшлек ҡыҙы Аделина менән дауалана.
“Тәүлек әйләнәһе балалар һәм үҫмерҙәрҙең һаулығы һағында торабыҙ”, - ти Республика клиник инфекция дауаханаһы табибы Зәлифә Йосопова.
Зәлифә Йосопова әйтеүенсә, вирус менән көрәштә иң һөҙөмтәле ысул – прививка ҡаҙатыу. Әле Башҡортостанда 2 мең 800-ҙән ашыу бала "Спутник М" вакцинаһын яһатҡан.




