Госпиталь төҙөлөшөндә графиктан тайпылыш юҡ

Госпиталь төҙөлөшөндә  графиктан тайпылыш юҡ

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Туймазы ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау-диагностикалау үҙәгендәге эш барышы менән танышҡандан һуң белдерҙе.

Эш сәфәре барышында ул төҙөлөш майҙансығын ҡараны, подрядсы ойошма һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре менән урында уҡ кәңәшмә уҙғарҙы. Сибай ҡалаһындағы ковид госпиталь төҙөлөш майҙансығы менән онлайн бәйләнеш булдырылды. Тиҙҙән Туймазылағы ковид-госпиталгә заманса медицина ҡорамалдары урынлаштырыла башлай.

Объектҡа әлегә компьютер тамографы килтерелгән, бинаны ҡурғаш плитәләр менән ҡаплау тамамланған, рентгендан һаҡлаусы ишек тәҙрәләр ҙә ҡуйыла. Әлегә төҙөлөш майҙансығында 500 хеҙмәткәр һәм 45 берәмек техника эшләй. Тышҡы сендвич панелдәр, тәҙрәләр ҡуйылған. Фасад һәм тышҡы биҙәкләү эштәре бара.

Фото №1 - Госпиталь төҙөлөшөндә  графиктан тайпылыш юҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ